20.06.2019

Сифатлы һөт эсәбеҙме?

Быға тиклем  Рәсәй  ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте һөттөң ҡуйылығын, сағыштырмаса ауырлығын тикшерһә,  хәҙер һөткә ҡушылған сит матдәләрҙе лә асыҡлай. Шишмәлә урынлашҡан референт үҙәге лабораторияһы токсикологтары яңыраҡ бер нисә төр һөттә крахмал һәм сода бармы, юҡмы икәнлеген  тикшерҙе. Башҡортостан кибеттәрендә һатыуҙа  үҙебеҙҙә етештерелгән һәм  шулай уҡ сит төбәктәрҙән килтерелгән һөттәр  бар.  Тикшереү өсөн осраҡлы  10 төр һөттө һайлап алдыҡ һәм  Рәсәй  ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан референт үҙәгенә  тапшырҙыҡ.  Аҡ ризыҡ мөмкин тиклем оҙағыраҡ әсемәй һаҡланһын өсөн уға күпмелер миҡдарҙа сода ҡушалар.  Артығын ҡушҡан хәлдә файҙалы микроэлементтары тарҡала һәм ул бигерәк тә  юғары баҫым, ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәре менән яфаланыусылар өсөн зыянлы эсемлеккә әйләнә, ти табиптар.

Тикшереү өсөн уны  башта  ҡайнаталар.Аҙаҡ көйгән һөттө махсус мейескә ҡуйып көлгә әйләнгәнсе яндыралар. Һелте өҫтәйҙәр. Тағы ла бер нисә этаптан һуң һөҙөмтә әҙер.Йәнәш өҫтәлдә Диләнә Ибраһимова һөттә крахмал барлығын  тикшерә. Етештереүселәр химик крахмалды һыу өҫтәгәндән һуң һөттө ҡуйыртыу маҡсатында ҡуллана, ти токсиколог.Тәбиғи түгел, ә химик крахмал ҡулланылғанға күрә бындай һөт балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә берҙәй зарарлы.Һынау өсөн алынған  аҡ ризыҡты анализлауға бер тәүлек ваҡыт китә. Ошо арауыҡ эсендә 10 төр һөттөң икеһендә сода кимәле норманан артыҡ булыуы асыҡланды. Ә бына крахмал  тик береһендә генә ҡулланылмаған. Тимәк ҡалған 9 төр һөткә етештереүселәр  һыу өҫтәгән.

Үҙәк лабораторияһына  тапшырып теләгән һәр кем быны асыҡлай һәм тик намыҫлы етештереүселәрҙең сифатлы ризыҡтарын  ғына ҡуллана ала. Ҡулланған һөтөгөҙҙөң сифатын йорт шарттарында ла тикшерергә була. Һөттә сода бармы икәнлеген билдәләү өсөн уксус кислотаһы кәрәк. Яҡынса 30 мл һөткә ярты балғалаҡ уксус кислотаһын һалырға. Күперһә – унда сода бар. Һөттә крахмал булыуын билдәләргә йод ярҙам итә. Бер нисә тамсы тамыҙғандан һуң һөттөң төҫө үҙгәрһә, тимәк унда крахмал бар.Бүлмә температураһында оҙаҡ әсемәгән һөттән дә шикләнергә саҡыра белгестәр.

ГТРК «Башкортостан»

< Возврат к списку новостей