02.05.2019

Өфөлә еләк-емеш ағастарына рейд үтте

Эксперттар, бейеклеге өс метрҙан ашҡан, япраҡ ебәргән ағастарҙы һатып алыусылар, емеш ашай алмаясаҡ, тип белдерә. Бындай үҫентеләрҙең тамыры тупраҡҡа берегеп китә алмауы ихтимал. Тәүге йылда уҡ һәләк булыуы мөмкин. Шуға күрә йылы яҡтан ҡайтарылғандарына ҡарағанда, үҙебеҙҙең төбәккә яраҡлаштырылған үҫентеләрҙе һатып алыу күпкә отошлораҡ. Өҫтәүенә, йылы яҡ үҫентеләрен һатыусылар тикшереүҙәр үтмәй генә сауҙа итергә ынтыла һәм хаҡты ла түбән ҡуя.

Рәмзиә Хәйриева, баҡсасы: “Мин үҙ баҡсамда үҙ көсөм менән үҫентеләрҙе баҙарға сығарып һатам. Әммә был өлкәлә ауырлыҡтар бар. Йылы яҡ үҫентеләрен һәм ҡыуаҡтарын арзан хаҡҡа тиҙ генә һатып китәләр. Ә көҙ һатып алыусылар килеп, бер нәмә лә үҫмәне, тип беҙҙең биттән ала, беҙгә ситтәр ҡылығы өсөн уңайһыҙ”.

Үҫентеләр һәм орлоҡтар менән сауҙа итеүселәрҙә сертификат, тикшереү протоколы, авторлыҡ танытмалары булыуы мотлаҡ. Үҫентеләргә талап - уларҙың тамыры 25 сантиметрҙан да кәм булмаҫҡа, ә оҙонлоғо метрҙан ашыу булырға тейеш. Әммә тәжрибә күрһәтеүенсә, һәүәҫкәр баҡсасылар ғәҙәттә, нормативтарға тап килмәгән үҫентеләрҙе һайлай.

Руслан Кашапов, Башҡорт референт үҙәгенең үҫемлектәр карантины бүлеге эксперты: “һәр бер һатып алыусы һатыусынан документ һорарға тейеш. Сауҙа итеүсенең документтарында сертификаттар, тикшереү протоколдары мотлаҡ булырға тейеш”.

Автор: Гүзәл Борханова.

Bash.News

< Возврат к списку новостей