Бал лабораторияһы – Башҡортостанда

24.10.2019
Шишмә ауылындағы Рәсәй ауыл хужалығы идаралығы ҡарамағындағы һынау үҙәгендә ҡортсолоҡ продукцияһын антибиотиктарға һәм башҡа ҡатнашмаларға тикшереү өсөн заманса ҡоролма алынды. Бал составын теүәл күрһәткән прибор донъя кимәлендә ихтыяж менән ҡуллана, әммә ҡоролма бер нисә илдә генә бар. Приборҙы республика өсөн һатып алыу өсөн федераль бюджеттан 36 млн һум аҡса бүленә. Пробиркалағы бер нисә тамсы бал – эшҡыуарҙар һәм ауыл хужалығы тармағында эшләүселәр өсөн етди күрһәткес туплаған продукция. Быға тиклем ҙур күләмдә бал һатыу менән шөғөлләнгән йүнселдәргә татлы ризыҡтың составын тикшерер өсөн сит өлкәләргә йөрөргә тура килһә, хәҙер бындай мөмкинлек Башҡортостан сиктәрендә башҡарыла. Балды антибиотиктарға һәм башҡа ҡатнашмаларға тикшереү – заман талабы. Ҡортсолоҡ продукцияһын донъя баҙарына сығарыу өсөн бал илле төрлө компонентҡа ҡаралырға тейеш. Технология күҙлегенән ҡатмарлы ҡоролманы өс илдә – Германия, Америка һәм Японияла ғына етештерәләр. Күп лабораториялар бындай прибор тураһында хыял итә, сөнки тикшереү һөҙөмтәләре оператив та, мәғлүмәт яғынан теүәл дә. Башҡортостанда бындай ҡоролманы урынлаштырыр өсөн федераль бюджеттан 36 млн һум аҡса бүленә. Константин Китаев, һынау үҙәге етәксеһе: “Ҡоролма сит илдә етештерелгән өсөн генә ҡиммәт тормай. Уның эстәлеген хеҙмәтләндереү һәм көйләү бик ҡатмарлы. Продукция сифатын иҫбатлаған прибор һәр төбәктә булырға тейеш”. Республика бренды булараҡ танылған башҡорт балына донъя баҙарында ихтыяж юғары. Ҡортсолоҡ продукцияһы ҙур күләмдә сит илдәргә ебәрелә, шуға ла махсус тикшереү үтеү мотлаҡ. Сәләмәт туҡланыуға өҫтөнлөк биргән быуын өсөн ризыҡтың сифатлы һәм ышаныслы булыуы мөһим. Айырыуса, бал менән дан тотҡан республика өсөн бындай тикшереүҙәр һәр саҡ әһәмиәтле. Автор: Флорида Ким. • https://bash.news/news/108271_bal_laboratoriyay_bashortostanda?lang=bash

< Возврат к списку новостей