Башҡортостан хужалыҡтарына тоҡомло һыйырҙар килтерелде

12.09.2019
Был юлы Венгриянан голштин тоҡомло 157 баш тана ҡайтты. Әле улар карантинға ябылған. Тоҡомло һыйырҙар көнөнә 30 литрға яҡын һөт бирә ала. Теманы хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов дауам итә. Башҡортостанда «голштин» тоҡомло һыйырҙар иң һөтлөләрҙән һанала. Йыл дауамында бер һыйырҙан уртаса ете мең килограмдан ашыу һөт һауыла. Фермерҙар билдәләүенсә, һәр малға айырым ҡараш. Ҡырмаҫҡалы районындағы хужалыҡтарҙың береһе был йүнәлеш менән 10 йылдан ашыу шөғөлләнә. Һөт етештереүҙән тыш, улар, шулай уҡ сит өлкәләргә һәм илдәргә йәш таналарҙы һатыу менән шөғөлләнә. Сит илдән килтерелгән малдарҙың барыһы ла Таможня Союзының “Евразия иҡтисади союзында ветеринар-санитар сараларҙы ҡулланыу тураһындағы” ҡарары буйынса айырыуса хәүефле ауырыуҙарҙы асыҡлау йәһәтенән махсус тикшереүҙәр үтә. Үткән айҙа ғына «Россельхознадзор»ҙың Башҡортостан референт үҙәге менән зарарлы сирҙәрҙе асыҡлау йәһәтенән 6 мең 700-ҙән ашыу эре тоҡомло малдан ҡан алынып төрлө лаборатор тикшереүҙәр үткәрелгән. Белгестәр билдәләүенсә, был, тәү сиратта, хужалыҡта ваҡытында зарарлы ауырыуҙарҙы асыҡларға булышлыҡ итә. Шулай уҡ хәҙер предприятие заманса технологиялар менән эш итә. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районындағы хужалыҡтағы һәр һыйырға махсус датчик ҡуйылған. Ул малдың күпме ашағанын, күпме һөт биргәнен, ниндәй һөт биргәнен, уға ниндәй витаминдар кәрәклеген, сирләйме әллә сәләмәтме икәнен билдәләй. Быларҙың барыһы ла белгестәргә ваҡытында саралар күрергә ярҙам итә. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда һөт етештереү өлкәһе яҡшы үҫә. Август айында һөт малсылығын үҫтереү буйынса маҡсатлы дәүләт программаһы менән Евросоюз илдәренән төбәккә голштин тоҡомло 958 баш һыйыр ҡайтарылған. Һауын малдарын Күгәрсен, Саҡмағош, Дүртөйлө, Туймазы һәм Ҡырмаҫҡалы райондары хужалыҡтары алған. https://gtrk.tv/heberzer/145935-bashkortostan-huzhalyktaryna-tokomlo-hyyyrzar-kilterelde

< Возврат к списку новостей