Шишмә районының Башҡорт референт үҙәге белгестәре һыналған орлоҡтоң тик 20 процентын уңышлы тип тапҡан

20.03.2020

BASH.news

Телеканал БСТ

https://bash.news/bash/news/119238-shishme-rayonynyn-bashkort-referent-uzege-belgestere-khynalgan-orlokton-tik-20-protsentyn-unyshly-tip-tapkan

Шишмә районының Башҡорт референт үҙәге белгестәре һыналған орлоҡтоң тик 20 процентын уңышлы тип тапҡан

19 марта 2020

Дәүләт стандартына яраҡһыҙ табылған йәшелсә. Бар продукция ла дәүләт стандарты аҫтында кибет кәштәләренән алынған. Бынан тыш, Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығы минераль ашламалар менән байытылған тупраҡҡа ла контроль һатып алыу үткәрҙе. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Шишмә районының референт үҙәге белгестәре төбәктең ауыл хужалығының береһе килтергән ҡуҙаҡлы культураны тикшерә. Борсаҡтың бер бөртөгө лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Уның нисек ҡышлауынан сәсеүгә яраҡлы булыу-булмауына баһа бирелә.

Бер үк ваҡытта үҙәк белгестәре махсус тикшереү ҙә алып бара. Баҡсасылыҡ миҙгеле башланыуын миҫалға алғанда, улар йәшелсә, сәскә орлоҡтарына һынау үткәрә. Бөгөн 10 көн элек сәселгән кишер һәм петуньяға һығымталар яһалды. Дәүләт стандарты тип билдәләнеүгә ҡарамаҫтан бар орлоҡтан тик 20 процент самаһы ғына яраҡлашҡан. Тимәк, ҡаптағы яҙыу дөрөҫлөккә тап килмәй тигәнде аңлата. Минераль ашламалар менән байытылған тупраҡ та шулай уҡ һынала.

Беҙҙең үҙәккә килтерелгән бар ҡаптарҙа ла тупраҡ файҙаланыуға яраҡлы тип яҙылған. Тик, тикшеренеүҙәр бөтөнләй икенсе фекерҙә. Минераль ашламалар йөкмәткеһе күрһәтелгән проценттан түбән. Ул үҫемлекте, шул уҡ орлоҡто ла һәләк итеүенә килтереүе ихтимал.

Һәҙиә Нәбиева, Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығы башҡорт референт үҙәгенең химия-токсикология лабораторияһы мөдире

Ҡыҫҡаһы, ҡайһы бер етештереүселәр тупраҡҡа минераль ашламаларҙы тейешле миҡдарҙа бирелмәй. Йәшелсә үрсетмәһе өсөн һыуҙа иреүсән фосфор килограмға 150 миллиграмм, нитрат 200, калий 250 миллиграмдан кәм булырға тейеш түгел. Шуға ла, белгестәр белгән етештереүсенән генә алырға, йә иһә продукцияны махсус лабораторияларҙа тикшерергә кәңәш итә.

https://storage.bash.news/2020/03/19/15/46/1584632808-c2d093ef0fdf553aae2f67ee4bba4e94.jpg

Азат Ғәлиуллин.

 

< Возврат к списку новостей