Республикала орлоҡ фондын тикшереү эштәре бара

28.01.2020
Мул уңышҡа нигеҙ. Киләһе яҙғы баҫыу эштәре алдынан башҡарылған иң мөһим эштәрҙе береһе тигән фекерҙә агрономдар. Шишмәләге биология һынауҙары лабораторияһында культураларҙы тикшереү менән БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин танышты. Орлоҡто, орлоҡҡа. Фитосанитар тикшереүҙәр төркөмө хеҙмәткәрҙәре энә күҙендәй сүпте лә күрә. Өлгөгә алынған орлоҡто улар лупа аша үткәрә. Сүп үләндәре, төрлө ҡоротҡостарҙан тыш, культуралағы дым кимәле лә тикшерелә. Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан референт үҙәге белгестәре орлоҡто үҙ теләге буйынса ғына тикшермәй. Культуралар сәсеү алдынан һынау үтергә тейеш. Был дәүләт талабы. Сүп үләндәре менән зарарланған, йәки шытым күрһәткестәре түбән булған орлоҡто сәсеү тыйылмаһа ла, тәҡдим ителмәй. Башҡортостанда йыл һайын 400 мең тоннанан ашыу ауыл хужалығы культуралары сәселә. Уларҙың барыһы ла тейешле фитосанитар тикшереү үтә. Орлоҡ мул уңыштың нигеҙе тигән фекерҙә референт үҙәге белгестәре.Шуға ла улар сәсеүгә тәғәйенләнгән культураларҙы йылына кәмендә ике тапҡыр тикшертеп тороуҙан тартынмаҫҡа кәңәш итә. Ваҡытында башҡарылған эш, кәрәкмәгән сығымдарҙан азат итә тип билдәләй улар. https://bash.news/news/114914_respublikala_orlo_fondyn_tikshere_eshtre_bara?lang=bash

< Возврат к списку новостей