Иртә һатыуға сығарылған ҡарбуздан ағыуланырға мөмкин

08.07.2020

Төп сәбәп – нитрат кимәле юғары булыуҙа. Емеште үҫтергәндә азот кислотаһының тоҙон ашлама составында ҡулланалар. Һөҙөмтәләул тиҙерәк, ваҡытынан алда өлгөрә. Өфөсауҙа нөктәләрен генә алайыҡ, июль башы булыуға ҡарамаҫтан, аҙым һайынтиерлек ҡарбузһаталар. Дауаханаға эләкмәҫ өсөнемеште нисек дөрөҫ һайларға? БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина белеште.

Был ҡарбуз йомшаҡ ҡына түгел, ауырлығы буйынса ла еңел. Һатып алыусыла ул шунда уҡ шик тыуҙырырға тейеш. Һутлы емештең тышҡы «ҡиәфәте» - уның өлгөргән булыу-булмауын асыҡларға ярҙам итә. Өҙөлгән һабағы ҡороған булыуы, ҡабығындағы һары таптар яҡшы билдә. Сауҙа кәштәрәләрендәге ҡарбуз Азия илдәренән килтерелгән.

Ветеринария һәм фитосанитор күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан референт үҙәге белгестәре ҡарбуз менән сауҙа итеүселәрҙе тикшерҙе. Етешһеҙлектәр етерлек. Эшҡыуарҙар аҡса артынан ҡыуып, был емеште иртә һатыуға сығарған да бит, ә бына документтарын теүәлләп өлгөрмәгән.

Ҡарбузды яһалма ҡыҙарталар тигән ҡарашта күптәр.Әммә белгестәр фекеренсә, был миф. Буяу ҙур сығымдар талап итә. Ни бары һутлы емеште үҫтергәндә төрлө ашламалар, химикаттар ҡулланыла, сама белмәү һуңынан кеше сәләмәтлеге өсөн дә зыян килтереүе ихтимал.

Ҡарбуз ит үткәргес аша үткәрелә, һут әҙерләйҙәр тип уйламағыҙ. Шишмә ҡасабаһындағы лабораторияла емештең сифатын тикшерәләр. Зарарлы матдәләр кимәле асыҡлана. 

Лаборатор шарттарҙа ҡарбуз һутынан махсус шыйыҡса яһала. Иономер ҡоролмаһы ярҙамында уға анализ яһала. Электродтарҙы иретмәгә төшөргәс, өс минут көтөргә кәрәк. Приборҙағы һандар артабан таблицалағы күрһәткестәр менән сағыштырыла. Емештең бер  килограммына тура килгән нитрат кимәле алтмыш миллиграмдан да артмаҫҡа тейеш. Тикшереү һөҙөмтәһе ҡыуандырмай

Яҡшы өлгөләр ҙә осрай, әммә әлегә улар һирәк, ти белгестәр. Әйтәйек, тикшереүгә килтерелгән ун бер ҡарбуздың икәүһендә нитрат кимәле юғары булыуы билдәләнде. Зарарлы матдәләр ҡауында ла осрай. Шуға күрә был емештәрҙе һатып алғанда иғтибарлы һәм уяу булырға кәрәк.

Подробности на  https://bash.news/bash/news/127653-irte-khatyuga-sygarylgan-karbuzdan-agyulanyrga-memkin


< Возврат к списку новостей