Иртә һатыуға сығарылған ҡарбуздан ағыуланырға мөмкин

15.07.2020

Әле ҡаланың һәр мөйөшөндә тиерлек был еләкте алырға була. Дауаханаға эләкмәҫ өсөн уны нисек дөрөҫ һайларға. Юлия Буданова ҡарбуз һатыу миҙгелен көтөп ала. Ул был етәксе йәйҙең ниндәй айында һатылыуға ҡарап түгел, ә тышына ҡарап һайларға, тикшерелгән һатыусыларҙан ғына алырға тәҡдим итә. Йәй уртаһы ғына булыуға ҡарамаҫтан,  ҡарбузды һәр сауҙа нөктәһендә осратырға мөмкин. Ҡарбуздарҙы әле Башҡортостанға  Ҡаҙағсандан алып киләләр. Һатыусылар, әлбиттә, үҙ тауарын маҡтай-маҡтай һатырға тырыша. Ҡарбуз-ҡауын тулыһынса август-сентябрь айында ғына өлгөрә. Уның 90 проценты һыуҙан тора.

Был еләкте  йыш ҡына химикаттар менән тултыралар, яһалма ҡыҙарталар. Шуға күрә һатып алғанда, бик һаҡ һәм иғтибарлы булыу кәрәк, ти белгестәр.Ҡарбуз тышының ҡаты һәм бөтөн булыуына иғтибар итергә кәңәш бирә белгестәр. Унда эләккән бактериялар тиҙ үрсей. Шуға күрә бәләкәй генә серек, йә булмаһа, ярылған урыны булһа, һаулыҡҡа ҙур зыян килеүе мөмкин.Әлеге мәлдә ҡарбуз һатып алыу лоторея уйынына тиң тиҙәр. Ҡайһы бер һатыу нөктәләрендә нитратты үлсәү өсөн махсус ҡоролмалар ҙа бар….

-Әйҙәгеҙ ҡарайыҡ ,был ҡарбузда ул нисә процент тәшкил итә икән… күреүебеҙсә … нормала, тимәк ашарға ярай.

Һатып алынған ҡарбуздарҙы Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығының тикшереү үҙәгенә алып барҙыҡ. Белгестәр еләкте нитраттарға һәм башҡа зарарлы матдәләргә тикшерҙе. Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса беҙ алып барған  ҡарбуздарҙағы нитраттар миҡдары рөхсәт ителгән нормаларға тап килә. Шулай ҙа белгестәр баҡса культураларын юл буйҙарынан, законһыҙ сауҙа нөктәләренән һатып алмаҫҡа кәңәш итә. Ҙур сауҙа үҙәктәрендә емештәрҙең лицензияһы һәм сертификаты бар. Тимәк, уларҙы шикләнмәй ашарға мөмкин.

Шулай ҙа ҡарбуздарға мөкиббән киткән  Юлия Буданова был юлы  урам буйынан уны һатып алыуҙан баш тартты. Августҡа тиклем ваҡыт бар әле, ти ҡатын.
Подробности: https://gtrk.tv/heberzer/185387-irt-hatyuga-sygarylgan-karbuzdan-agyulanyrga-momkin

 

< Возврат к списку новостей