Республика баҫыуҙарында үҫтерелгән шәкәр сөгөлдөрөндә пестицидтар асыҡланмаған

11.09.2019
Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең башҡорт референт үҙәге белгестәре ошо турала еткерҙе. Бындай фекергә улар 150-нән ашыу татлы тамыр өлгөһөн тикшергәндән һуң килгән. Тикшереү үҙәге лабораторияһында техник культураларҙың шәкәрлеге өйрәнелә. Хеҙмәткәрҙәр ҡурғаштың һеркә иретмәһе менән һыуҙы ҡушып 90 секунд дауамында блендерҙа бутай. Бының өсөн нисбәттең миллилитрға тиклем теүәл булыуы мотлаҡ. Ул саҡта һөҙөмтә лә аныҡ күрһәтә. Алынған шыйыҡса һуңынан махсус ҡоролмаға тултырыла. Зөлфиә Әминева, Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең башҡорт референт үҙәге токсикологы: “Быйыл лабораторияға яңы аппарат һатып алынды. Ул сөгөлдөрҙәге шәкәр миҡдарын 10 секунд эсендә асыҡлай. Тикшерелгән үрнәктә шәкәр күләме 15,7% тәшкил итә. Норма”. Әммә был ғына тикшереү шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртергә мөмкин тигәнде аңлатмай. Бер үк ваҡытта татлы тамырҙың экологик таҙалығын да асыҡлау мөһим. Сөнки техник культурала хәүефле химик матдәләр, шул иҫәптән ҡайһы бер ашламалар ҙа һаҡланып ҡалыуы ихтимал. Белгестәр башлыса пестицидтың ике төрөн асыҡлай. Дөйөм алғанда, уңыш йыйыу башланғандан алып тикшереү үҙәге белгестәре 200-гә яҡын өлгөнөң анализдарын алған. Ауыл эшсәндәре иһә быйыл баҫыу эштәренә ғәҙәттәгенән иртәрәк тотонған. https://bash.news/news/105177_respublika_bayuarynda_terelgn_shkr_sgldrnd_pesticidtar_asylanmaan?lang=bash Автор: Илдар Байбулатов.

< Возврат к списку новостей