Республикала ужым культураларын сәсеү дауам итә

09.09.2020

Арыш, бойҙай, третикале 300 меңдән ашыу гектар майҙанда сәселгән. Орлоҡтар ергә тапшырылыр алдынан ентекле лаборатор анализдар үтә. Белгестәр һәр бөртөктө тикшерә. Киләсәк уңышҡа бөгөн нигеҙ һалына. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Иген бәләкәй тирмәндә тартылғандан һуң, ҡамыр формаһына килтерелә. Уны егерме минут ҡул менән баҫҡандан һуң, иләк өҫтөндә кәбәк, бойҙайҙың тышы, крахмал тороп ҡала. Шунан һуң ғына белгестәр клейковинаны тикшереп, бойҙайҙың сифатын асыҡлай.

Референт үҙәге белгестәре орлоҡтоң һәр бөртөгөн ентекле тикшерә. Килограмм орлоҡта сүп һәм башҡа үләндәр ҡатнашмаһы, таҙалығы, дымлылығы, йәшәү көсө-тап ошо сифаттар ярҙамында агрономдар сәсеү нормаһын иҫәпләп сығара. Был үҙәктә 5000 тоннанан ашыу ужым һәм арыш орлоғо тикшерелгән.

Шишмә районының был хужалығында ужым бойҙайын сәсеү тамамланған. Уртаса гектар ҡеүәте 56 центнер тәшкил иткән, гектарынан 70 центнер уңыш биргән майҙандар ҙа булған. Быйыл хужалыҡта үткән йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк майҙанда ике мең гектарҙа ужым бойҙайы сәселгән. Шыйыҡ ашламалар ҡулланғас, уңыш юғалтыуҙарһыҙ булған һәм йөҙ процент тәшкил иткән.

Был хужалыҡ шулай уҡ юғары продукциялы орлоҡ етештереү маҡсатын да ҡуя. Шуға күрә лә үҙҙәрендә үк экспрес- анализдар эшләү аппараты бар. Германиянан ҡайтарылған аппарат ярҙамында урып-йыйыу барышында ғына ауыр тоннажлы автомобилдәрҙә килтерелгән ашлыҡтың сифаты тикшерелгән.

Подробности на: https://bash.news/bash/news/132631-respublikala-uzhym-kulturalaryn-seseu-dauam-ite

   Ужым республика хужалыҡтарының 300 мең гектарҙан ашыу майҙанында сәселгән. Был планлаштырған күләмдең 60 проценттан ашыуын тәшкил итә. Ужым кульураһын сәсеүҙә үткән йылда һалынған орлоҡтар ҡулланыу отошлораҡ, улар һалҡынға сыҙам, шытымы яҡшы, уңышы ла мул була, тип кәңәш итә белгестәр.

< Возврат к списку новостей