Новости

Иртә өлгөргән ҡарбуздан ағыуланырға мөмкин

14.07.2021

Төп сәбәп – нитрат кимәле юғары булыуҙа. Емеште үҫтергәндә азот кислотаһының тоҙон ашлама составында ҡулланалар. Һөҙөмтәлә ул тиҙерәк бешә. Әйткәндәй, быйыл йәй иртә килеүгә бәйле ҡарбуздар май башында уҡ һатыла башланы. Әлегә ағыуланыу осраҡтары теркәлмәгән. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ҡаҙағстан, Әстрахандан килтерелгән ҡарбуз-ҡауындар. Әстрахан өлкәһе емештәрен алыу иртәрәк, ти белгестәр. Быны улар тәбәктәге һауа шарттарына бәйле культураларҙың һуңыраҡ өлгөрөүе менән аңлата. Кәм тигәндә август урталарына тиклем көтөү хәйерлерәк. Ғөмүмән, татлы емеште һатып алыр алдынан тәүҙә уны ҡулда тотоп, ҡапшап ҡарарға кәрәк. Ул ауыр, ҡаты булырға тейеш. Өҙөлгән һабағы ҡороған булыуы, ҡабығындағы һары таптар яҡшы билдә.

Ветеринар һәм фитосанитор күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан референт үҙәге белгестәре ҡарбуз менән сауҙа итеүселәрҙе тикшерҙе. Етешһеҙлектәр етерлек. Эшҡыуарҙар аҡса артынан ҡыуып, был емеште иртә һатыуға сығарған да бит, ә бына документтарын теүәлләп өлгөрмәгән.

Белгестәр беҙҙең ижади төркөм менән бергә өс төр сауҙа нөктәһен урап сыҡты. Береһендә лә емеш-еләккә документ юҡ. Ҡарбуз-ҡауындар тикшереүгә алынды.

Төрлө яҡлап киҫелгән ҡарбуз өлгөһө блендер ярҙамында иҙелә. Шишмә районы үҙәгендәге лабораторияла емештең сифаты тикшерелә. Зарарлы матдәләр кимәле асыҡлана.

Лаборатория шарттарында ҡарбуз һутынан махсус шыйыҡса яһала. Иономер ҡоролмаһы ярҙамында уға анализ бирелә. Электродтарҙы ҡарбуз һутына төшөргәс, өс минут көтөргә кәрәк. Приборҙағы һандар артабан таблицалағы күрһәткестәр менән сағыштырыла. Емештең бер килограммына тура килгән нитрат кимәле алтмыш миллиграмдан да артмаҫҡа тейеш. Зарарлы матдәләр ҡауында ла осрай. Шуға күрә был емештәрҙе һатып алғанда ла уяу булырға кәрәк.

Подробности на: https://bash.news/bash/news/155936-irte-elgergen-karbuzdan-agyulanyrga-memkin

Азат Ғәлиуллин

 

< Возврат к списку новостей